-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Фән серҙәре
30 Ноябрь 2021, 11:55

Камиланың асышы

 Өфөнән 93-сө физика-математика лицейы уҡыусыһы Камила Скарпинато "Химия ғилеме, ижад, тикшеренеүҙәр: уҡыусылар ҡарашы" Бөтә Рәсәй ғилми эштәр конкурсында еңеүсе булды.

Камиланың асышы
Камиланың асышы

Ҡыҙыҡай кеше организмына  кер йыуыу порошогының нисек тәьҫир итеүен тикшереп, барыһын да аптыратҡан.

Реклама маркалары ни тиклем файҙаһыҙ? Тәү ҡарашҡа, зарарһыҙ кеүек күренгән фосфаттар ниндәй ҡурҡыныс менән янай? Был һәм башҡа һорауҙарға Камилла үҙенең остазы – 93-сө физика-математика лицейының химия уҡытыусыһы Наталья Володина менән яуап эҙләне.

Баҡһаң, ҡайһы бер порошоктарҙың составы хаҡындағы яҙыуҙары күрһәтелгән кимәлгә тап килмәй. Бындай һығымтаға тикшеренеүселәр химик тәжрибә үткәргәндән һуң килгән. Өҫтәүенә, ҡайһы кер йыуыу порошогының  һәйбәт итеп таптарҙы бөтөргәнен дә асыҡлай алған. Был тикшеренеүҙәр өҫтөндә Камилла йылға яҡын эшләгән.

- Камилла был мәсьәләгә комплекслы ҡараны, шуға күрә һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне, – тине уҡытыусыһы Наталья Володина.

Фото: https://ufacity.info/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: