Булмаһа, ҡарағыҙ. Ундағы кешенең нимә уйлағанын белә торған миелофон тигән фантастик прибор ысынбарлыҡҡа әйләнгән икән.
Остин ҡалаһындағы Техас университеты ғалимдары кеше мейеһенең эшмәкәрлеге буйынса уның нимә тураһында уйлағанын “уҡырға” өйрәнгән.
Декодерҙы 16 сәғәт дауамында ике кешенең төрлө аудиояҙма тыңлаған йә ниндәйҙер ваҡиғаны тасуирлаған ваҡыттағы МРТ күрһәткестәре буйынса программалағандар. Шунан һуң приборға һорауҙарға яуап бирә һәм һүҙҙәрҙе бер-береһенә ялғай белгән яһалма интеллектлы ChatGPT чат-боты ҡуйғандар.