“ГеоСаҡырыу” чемпионаты тураһында һөйләйбеҙ, дуҫтар. Ҡаҙылма байлыҡтары күплеге, ер аҫты үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, үткәреү урыны итеп тап Башҡортостаныбыҙ һайланған бит! Бар Рәсәйҙән, ә бер команда хатта Ҡаҙағстандан килә. Төрлө уҡыу йорттары йәштәре һәм ысын геологтар ҡатнашасаҡ был сарала.
Чемпионат хаҡында тулыраҡ һөйләшеү өсөн “Рәсәй” медиаүҙәгенә журналистар саҡырылды. Спикерҙар уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Билдәле геолог Сергей Ковалев, был ярыш йәштәр өсөн үҙ-үҙеңде һынау майҙаны булып торасаҡ, тине. Һәр команда үҙ проектын яҡлаясаҡ.
Мәғариф министры Айбулат Хажин сараның илебеҙ геологияһының үҫешенә булышлыҡ итәсәген белдерҙе. Ә вице-премьер Азамат Абдрахманов үткәреләсәк урынға асыҡлыҡ индерҙе:
— Ғөмүмән, һәр ҡыҙыҡһынған кеше “Патриот” паркына килеп чемпионатты ҡарай ала. Бынан тыш, Архангел, Ишембай, Ғафури райондарына экскурсия менән сығасаҡбыҙ.
Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һәр ҡатнашыусыға таштан яһалған үҙенсәлекле бүләктәр буласағы хаҡында әйтте.
Шулай ҙа буласаҡ геологтарҙың иң көтөп алғаны — улар эш биреүселәр менән контракт төҙөй аласаҡ.
АВТОР фотоһы.