Меңгә яҡын эш яҡшы тип табылған, әммә бар авторҙар ҙа уларҙы яҡлауға саҡырылмаған икән. Илебеҙҙең 40-лап төбәгенән 200-ләгән ҡатнашыусы үҙ тикшеренеү эштәре менән сығыш яһаны. Беҙҙең Балалар ижады йортоноң «Экодесант» берекмәһе уҡыусыһы Вилена Ильясова (етәксеһе – Рәмил Акилов) ошо йомғаҡлау өлөшөнә саҡырыу алды. Ул «Башҡортостандың Урал аръяғы шарттарында башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүҙең киләсәге» исемле ғилми эшен юғары кимәлдә әҙерләгәйне. Ышанысты аҡланы, жюри ағзалары һорауҙарына аныҡ яуап бирҙе ҡыҙ. Шуға ла еңеүсе дипломы һәм «Беҙ – Ватаныбыҙ ғорурлығы» миҙалы менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.