Быйыл балалар моделле китапханаһы райондың тыуған яҡты өйрәнеүселәре ойошмаһы менән берлектә билдәле крайҙы өйрәнеүсе Рафайыл Сәләхетдин улы Рәхимовтың 90 йәшлек юбилейына арналған конкурс иғлан иткәйне. Унда мәктәп йәшендәге балалар ҡатнашты. Йәш быуында тыуған яҡтың тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, Хәйбулла районы тарихы, халҡы, алдынғы шәхестәрҙең ҡаҙаныштары, династиялар, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары тураһында тарихи материалдар туплау, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, тыуған яҡтың тарихи мираҫына ихтирамлы ҡараш уятыу маҡсатында ойошторолған конкурс ике ай барҙы.
Конкурс 2 этапта ойошторолдо. Тәүгеһендә ҡатнашыусыларҙың эштәре тупланды. Абруйлы жюри ағзалары 12 еңеүсене икенсе этапҡа – фәнни-тикшеренеү конференцияһына саҡырҙы.
12 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында беренсе урынға Варвара Жукова (Аҡъяр) лайыҡ булды. Икенсе урынға Нуриман Таҡалов (Аҡъяр), Азалия Аралбаева (Аҡъяр) сыҡты, өсөнсө урынды Дияр Ғәлин (Аҡъяр), Ғайсар Итбаев (Бүребай), Диниә Туҡбаевалар (Иләс) яуланы. 12 йәштән өлкән финалсылар араһында Айзилә Әминева (Оло Әбеш) лайыҡлы рәүештә тәүге урынды алды, икенселә – Илназ Байғабулов (Атингән), Яна Канакина (Маҡан), өсөнсөлә – Нәзилә Аскарова (Иләс) менән Гүзәл Мәжитова (Подольск).
Иң ҙур баһа – Рафайыл Рәхимов исемендәге тәүге премияға Варвара Жукова лайыҡ булды. Рәсимә Рафайыл ҡыҙы шулай уҡ иң йәш ҡатнашыусыға (Дияр Ғәлин), башҡорт телендә матур сығыш яһаусыға (Диниә Туҡбаева) һәм беренсе урынға сыҡҡан финалсыларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға (Мәҙинә Нәсибулла ҡыҙы Рәшитова, Наталья Александровна Цыкало) бүләктәр тапшырҙы.
Конкурста әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ уҡыусыларға һәм етәкселәренә, ата-әсәләренә, фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһаусыларға, ҡатнашыусыларҙы ылыҡтырған китапханасыларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ.
Сәлимә БАЙГИЛДИНА.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.