Ул Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналды. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан уҡыусылар ҡатнашты. Бына нимә тип яҙа жюри ағзаларының береһе – район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов: “Ҡырҡтан ашыу эш тикшерҙек. Бындай һәләтле балалар менән киләсәгебеҙ өмөтлө!”