Фатима Мостафинаның тыуыуына 110 йыл тулыу, Уҡытыусы һәм остаз йылы, Башҡорт теле көнө – ошо өс байрамды берләштергән сара 20-се ҡала башҡорт гимназияһында үтте. Үҙебеҙҙең республиканан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар булды. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: дүрт номинацияға 600-ләп фәнни эш ҡабул ителгән! Финалға сыҡҡан 100-ҙән ашыу ҡатнашыусы уларҙы яҡлау өсөн Өфөгә саҡырылды.
Жюри ағзалары секцияларға бүленеп һәр уҡыусыны иғтибар менән тыңланы. Уҡытыусылар иһә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп ярышты. Һәр кемгә ғәҙел баһа ҡуйылды. Еңеүселәр диплом һәм иҫтәлекле бүләк алып ҡыуанды.
"Йәншишмә" гәзитенең Почёт грамотаһын һәм махсус призын да алып барғайныҡ. Эштәрҙе ҡарап сыҡҡас, уға 20-се гимназияның V синыф уҡыусыһы Урал Шәмсетдинов лайыҡ тип таптыҡ. Уны һәм барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ!