+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Фән серҙәре
26 Декабрь 2023, 20:00

Мәскәүҙә – Вавилов уҡыуҙарында

2023 йыл тамамланып та бара. Ул минең өсөн уңышлы ғына булды. Яҙ көнө – Ҡазан ҡалаһында төбәк-ара эҙләнеү эштәрендә, ә ноябрь аҙағында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй Вавилов фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Мәскәүҙә – Вавилов уҡыуҙарында
Мәскәүҙә – Вавилов уҡыуҙарында

Ярай әле эргәбеҙҙә остазыбыҙ, биология уҡытыусыһы Илнур Ризат улы Мәҡсүтов бар, тип ҡыуанабыҙ. Ул беҙҙе төрлө бәйгелә ҡатнашырға әйҙәп, дәртләндереп тора.
Мәскәүҙә фәнни-ғәмәли конференцияла Рәсәйҙең төрлө ҡала, өлкәләренән иң-иңдәр йыйылғайны. Беҙҙең гимназия­нан мин һәм IX cиныфтан Айлина Ғәзи­ева, Яна Санчаева ҡатнашты. Беҙгә абруйлы ғалимдарҙың һорауҙарына яуап биреү бер аҙ тул­ҡынландырғыс булды. Әммә уҡытыусыбыҙ өйрәткәнсә, үҙебеҙҙе ҡулға алып, уңышлы сығыш яһаныҡ. Яна – II, Айлина менән мин III дәрәжә дипломға лайыҡ булдыҡ.
Мәскәүҙә һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡ­лы уҙҙы. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы фәнни-ғәмәли биотехнологиялары институтына экскурсия, оҫталыҡ дәрестәре фәһемле һәм мауыҡтырғыс булды.
Буш ваҡыт аҙ ҡалыуына ҡарамаҫтан, баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарында булырға өлгөрҙөк. Ҡыҙыл Майҙанды күр­ҙек, ВДНХ-ла иҫ киткес матур, бай йөкмәткеле күргәҙмәләр ҡараныҡ. Бар ерҙә лә Яңы йыл­ға әҙерлек барғаны һиҙелде.
Башҡортостанға яҡшы тәь­ҫораттар алып, тәжрибә туп­лап, яңы йыл кәйефе менән ҡайттыҡ.
Бөтә Рәсәй «Вавилов уҡыу­ҙары – 2023»тә ҡатнашырға мөмкинлек биргәндәре өсөн Ауырғазы районы мәғариф бүлегенә, гимназиябыҙ етәкселегенә, һәр саҡ беҙҙең менән бер тулҡында булған Илнур Ризат улына һәм атай-әсәйемә ҙур рәхмәтемде еткерәм.

Лиана ЙӘЛИЛОВА, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Мәскәүҙә – Вавилов уҡыуҙарында
Мәскәүҙә – Вавилов уҡыуҙарында
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: