+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Март 2021, 18:20

Сер итеп кенә

Тиҙҙән матур байрам етә бит әле – 8 Март. Гүзәл заттарҙы тәбрик итәсәкбеҙ. Байрам кәйефе тағы ла шәп булһын өсөн яҡындарыбыҙҙы ниндәй бүләк менән һөйөндөрөргә?

Иҫкермәҫ классика: быларға йылдың йылында бирелә торған сәскә, кәнфит, хушбуй, яҙыулы көрөшкә, футболка һымаҡ бүләктәрҙе индерергә мөмкин. Беренсе ҡарашҡа ябай, үҙенсәлекле булмаған кеүек тойолған әлеге бүләктәр ысын күңелдән бирелгән осраҡта һәр гүзәл заттың күңеленә хуш киләсәк.
Үҙ ҡулың менән яһалғандары: яҡындарығыҙҙы парафиндан яһалған шәм менән дә һөйөндөрә алаһығыҙ. Бөгөнгө көндә интернет селтәрендә уларҙың ниндәйҙәрен генә эшләргә өйрәтмәйҙәр. Уңған ҡыҙҙарға үҙегеҙ теккән таба тотҡос, кухня бейәләйе лә шәп бүләк.
Үҙенсәлекле бүләктәр: магазиндарҙа йоҡо бүлмәһен яйлап ҡына яҡтырта барыусы уятҡыстар һатыла. Бындай гаджет ярҙамында иртән йоҡонан уяныуҙары ла бик еңел. Шуға күрә гүзәл заттар бындай бүләккә һис шикһеҙ ҡыуанасаҡ. Душта йәки мунсала тыңлау өсөн сығарылған махсус радио, ҡолаҡсындар, өҫтәл уйындары ла урынлы булыр.
Хобби-бүләк: рәсем яһаусылар – яҡшы бумалаға, спорт һөйөүселәр – спорт магазинының сертификатына, уҡырға яратыусылар электрон китапҡа һөйөнәсәк.
Хис-тойғо – иң ҙур бүләк: яҡынығыҙ йәки һөйгәнегеҙ билдәле бер шөғөл менән мауығамы? Улайһа, ниндәй бүләк алайым, тип баш ҡатыраһығыҙ ҙа юҡ. Байрамға тегеү, тырнаҡ яһау, биҙәнеү серҙәренә өйрәтә торған курстарға, мастер-класҡа яҙылыу бүләк итһәгеҙ, бөтөнләй шәп буласаҡ!
Фото: tomsk.ru
Читайте нас: