+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
28 Июнь 2021, 12:33

"Титекәй"ҙәр ниңә аҡһай?

Йорт ҡош-ҡорттарынан тауыҡтарҙың аҡһап йөрөүе күптәргә таныштыр.

Ғәжәп инде, имгәнмәгән-нитмәгән көйө «титекәй»ҙәр ниңә шундай сиргә дусар була һуң?!

Быға иң элек витаминдар һәм минераль матдәләр етмәүҙән, кәрәгенсә туйынмауҙан быуындар шешеүе сәбәпсе була.

Шуға йәйгеһен тауыҡ-себештәрҙең йәшел үләндә йөрөүе йә яңы сабылған үлән менән туҡланыуы мотлаҡ. Ҡышҡыһын быларҙы күләгәлә киптерелгән үлән, клевер, люцерна оно алмаштыра ала. Йәнә ҡабаҡ, сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә һәм бүтән төрлө йәшелсәләрҙе турап, ваҡлап бирергә була. Һөйәк оно, йомортҡа ҡабығы, ҡайын ағасы көлө, аҡбур, ҡабырсаҡ менән һыйланыу ҙа ауырыуҙы иҫкәртеүҙә һәйбәт сара. Бынан тыш шытҡан, үргән бойҙай, арыш, һоло, тарыны ла яратып ашай тауыҡтар.

Ҡайһы бер осраҡта себештәр, тауыҡтар микоплазмоз, паратиф, пастерелез сирҙәре менән ауырығанда аҡһай башлай. Был осраҡта тетрациклин, энтеросептол, стрептомицин кеүек антибиотиктар менән дауаларға кәрәк. Әлеге дарыуҙарҙы 7 – 10 көн тирәһе самалап ҡына аҙыҡҡа ҡушып бирергә мөмкин.

Фото: pixabay.com

Читайте нас: