-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Август 2021, 12:45

Ҡыҙҙар өсөн ябай кәңәштәр

Үҫмерлек осоро – иң тулҡынландырғыс һәм ҡатмарлы ваҡыттарҙың береһе.

Ҡыҙҙар өсөн ябай кәңәштәр
Ҡыҙҙар өсөн ябай кәңәштәр

Үҙ-үҙеңде ҡарау, ҡайһы бер тышҡы проблемаларҙан арыныу тураһында һөйләү бик мөһим. Шуға күрә,ҡыҙҙар, һеҙгә бер нисә кәңәш бирергә булдыҡ әле.

* Күп кенә үҫмерҙәр биттәге һытҡылар менән көрәшә. Ундай тән тиреһен һәр ваҡыт таҙартып һәм йыуып тороу кәңәш ителә. Хәҙер магазиндарҙа үҫмерҙәр өсөн төрлө косметика табырға мөмкин: тониктар, бит кремдары, һытҡылар, ҡыҙыл таптарҙан маздәр. Әгәр ҙә инде биттәге проблемалар бөтмәһә, дерматологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табипҡа күренеүҙән ҡурҡма, ул һиңә дөрөҫ дауалау курсын билдәләйәсәк.

* Берәүгә лә үҙ таҫтамалыңды, теш таҙартыу щеткаңды һәм һабыныңды бирмә. Бар гигиена предметтары ла шәхси файҙаланыу өсөн генә булырға тейеш.

* Аҙнаһына бер тапҡыр пилинг яһатһаң яҡшы булыр: тәүҙә тирене йылы ваннала йомшартырға, ә һуңынан кофе йә башҡа нәмә менән ышҡып йыуырға була.

* 12 йәштән башлап, бит өсөн туҡлыҡлы кремдар ҡулланырға ярай. Күберәк тәбиғи матдәләрҙән яһалғандарын һайларға тырыш, иртән битте йыуғандан һуң һөртөргә кәңәш ителә. Ә төнгө кремдарҙы 16 йәштән алып ҡына ҡулланырға мөмкин. Ә ҡыш көнө кремды урамға сығыр алдынан 1 сәғәт ҡала һөртһәң, битең боҙолмаясаҡ.

* Ашау рационы ла тышҡы ҡиәфәттең торошона бик ҙур йоғонто яһай. Майлы, баллы ризыҡтарҙан, фастфудтарҙан баш тарт, улар урынына күберәк еләк-емеш, йәшелсә, сәтләүек һәм һуттар ҡуллан.

* Ҡулдар ҙа ҡыҙҙар тураһында күпте һөйләй. Шулай булғас, уларҙы һәр ваҡыт тәртиптә тотоу мөһим. Айырыуса, тырнаҡтарға иғтибар бир: маникюр яһат, төрлө майҙар һөрт.

* Сәләмәт сәстәр ҙә ҡыҙҙар биҙәге. Йәш ваҡытта уларҙы ябай шампунь менән генә лә йыуыу етә. Сәстәрҙең оҙонлоғона һәм тибына ҡарап, 2 – 3 көнгә бер йыуыу кәңәш ителә. Теләгәндә бальзам да ҡулланырға була: йомшаҡ һәм еңел генә таралырҙар.

* Тештәр аҡ ҡына булһын тиһәң, уларҙы көнөнә ике тапҡыр таҙартып тор, ә кариесты булдырмаҫ өсөн көндәлек менюға фтор, кальций һәм Д витамины кергән аҙыҡ ҡуллан.

Фото: 101hairtips.com

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: