+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
25 Август 2021, 10:29

"Әсәй, иртәгә мине иртәрәк уят."

"Әсәй, мине иртәгә иртәрәк уят әле, тиҙҙән уҡыу башлана, режимға өйрәнә башларға кәрәк," - ти VII синыфҡа барасаҡ Әмилә әсәһенә. Эйе, 1 сентябргә әҙ генә ваҡыт ҡалды шул. Көн тәртибен яйға һалырға кәрәк. Юғиһә, йәй буйы күптәр һуң ятып, һуң тороуға күнегеп китте бит.

Өс айлыҡ каникул да үтеп бара. Белгестәр әйтеүенсә, балаға оҙайлы ялдан һуң уҡыуға өйрәнеп китеүе ауыр булыуы ихтимал, шуға күрә алданыраҡ киске әүҙемлекте кәметеп, ваҡытында йоҡларға ятыуҙы ҡайғырта башларға кәрәк. Уҡыусы 10 сәғәт тирәһе йоҡларға тейеш.

Дәреслек, ручка тотоп ҡарап, дәрестәрҙе иҫкә төшөрөп алыу ҙа  ҡамасауламаҫ. Йәйҙе нисек үткәреү тураһында һөйләшеп, һығымталар яһап, сит ерҙәрҙә булғанһығыҙ икән, шул яҡтарҙың тарихы, иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәттәр эҙләргә була. Мауыҡтырғыс бит. Шулай итеп, мейене эшкә егә тораһың. Киләһе йәйҙе нисек үткәрергә план ҡороп ҡуйырға ла мөмкин, йыл буйы дәртләндереп торор. Атай-әсәйҙәргә балалары менән мәктәптең күңелле мәлдәре, яратҡан уҡытыусы, иң яҡын синыфташ дуҫтар тураһында һөйләшеп алыу һәйбәт. 

Кемдер уҡыуҙы ашҡынып көтә, кемгәлер оҙон каникул да етмәй ҡала. Балаларҙың төп эше - белем алыу, киләсәк тормошҡа әҙерлек мәктәбе лә ул, шулай бит?

Фото: ru.depositphotos.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: