+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
14 Сентябрь 2021, 15:00

Ағаста икән сәтләүек...

Сәтләүектәрҙең файҙалы элементтарға бай икәне күптән билдәле инде.

Ағаста икән сәтләүек...
Ағаста икән сәтләүек...

Сәләмәтлекте нығытыу өсөн уларҙы көн һайын аҙ ғына ашаһаң да етә. Әйҙәгеҙ әле, сәтләүектең файҙаһы хаҡында һөйләшеп алайыҡ.

Бразилия сәтләүеге

Бик тә туҡлыҡлы булып һаналған был емештең 30 граммында – 205 калория, 20 грамм май бар. Ул йөрәк ауырыуҙарын һәм яман шештең төрҙәрен үҫтереү ҡурҡынысын кәметә. Шулай уҡ аллергия, ялҡынһыныуҙы дауалауҙа ла ҙур роль уйнай. Уның составында булған магний нервыларҙы, мускулдарҙы нығыта.

Каштан

Ҡалған сәтләүектәргә ҡарағанда, каштанда  май иң аҙы. Уның бер кәмселеге лә бар, витаминдары һәм минералдары күп түгел, әммә ул берҙән-бер С витамины булған сәтләүек, тип һанала.

Миндаль

Ул – цинк һәм Е витамины сығанағы. Өҫтәүенә, холестеринды  кәметә. Шуға ла иғтибар итергә кәрәк, сирек стакан сәтләүектә генә лә 4 грамм күҙәнәк (клетчатка) бар, ә ул иһә асығыуҙы баҫа.

Эрбет сәтләүеге (кедр)

Эрбеттә башҡаларға ҡарағанда ла май ҙа, файҙалы калориялар ҙа күберәк. Ул баҡыр, калий һәм цинк сығанағы булып тора. Даими рәүештә ҡулланһаң, ҡан баҫымын кәметеп, уның әйләнешен яҡшыртып ебәрә.

Фисташка

Был сәтләүектә кальций, тимер, магний, калий һәм цинк күп. 28 грамм фисташка әфлисун йәки уртаса күләмле банан кеүек үк калий бирә. Ғалимдар әйтеүенсә, фисташкалар бауыр өсөн дә бик файҙалы.

Әстерхан сәтләүеге

Унда омега – 3 һәм омега – 6 бар, әлеге лә баяғы йөрәк, ҡан әйләнеше өсөн файҙалы. Шулай уҡ әстерхан сәтләүеге баш мейеһенең эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай, шуға күрә ғалимдар уны баш мейеһен эшләтер өсөн ашарға кәңәш итә.

Фото: apisblog.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: