+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
21 Сентябрь 2021, 11:08

Джинсыңдың төҫө үҙгәрмәһен тиһәң....

Хәҙер яңы атлай башлаған баланан алып өлкән йәштәге кешеләргә тиклем – барыһы ла тиерлек джинсы кейә.

Джинсыңдың төҫө үҙгәрмәһен тиһәң....
Джинсыңдың төҫө үҙгәрмәһен тиһәң....

Әммә күп осраҡта уларҙың төҫө уңа. Ни өсөн? Кер онтағы (порошок) буяуын сығара икән. Нимә эшләргә? Һеҙгә бер  кәңәш тәҡдим итәбеҙ. Бер ниндәй химияһыҙ джинсы кейемдәренең үҙ төҫөн һаҡлап ҡала алғанды. Ә сере ябай ғына.
Тәүге тапҡыр йыуыр алдынан кейемде, ярты ҡап тиерлек тоҙ һалып, ебетергә ҡуйырға. Шул килеш 12 сәғәт самаһы һыуҙа ятһын. Аҙаҡ тоҙонан сайҡап, кейемде йыуырға. Джинсыларының төҫө шул килеш һаҡлана, буяуы ла сыҡмай. Булмаһа, үҙегеҙ ҙә тәжрибә яһап ҡарағыҙ әле.

Фото: photodune.net

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: