+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Файҙалы кәңәштәр
14 Октября 2021, 08:00

Балаларға колбаса ашарға яраймы?

Хатта кескәй генә балалар ҙа колбаса, сосиска кеүек аҙыҡтарҙы яратып ашай.

Балаларға колбаса ашарға яраймы?Балаларға колбаса ашарға яраймы?
Балаларға колбаса ашарға яраймы?

Тик был тәмлекәсте балаға нисә йәштән бирергә ярай әллә бөтөнләй ярамаймы?

*Колбасаның составында эшкәртелгән иттән ҡала төрлө стабилизатор, буяғыс матдәләр ҙә була, шуға күрә уны күп ҡулланыу ашҡаҙан, бөйөр һәм бауырға кире йоғонто яһай.

*Ыҫланғанын (копчёная) бәләкәстәргә бөтөнләй кәңәш ителмәй, сөнки уларҙың составында тоҙ һәм май тағы ла күберәк.

*Шулай итеп, 1 – 2 йәшлек балаларға колбаса бирергә ярамай, 2 – 3 йәштә лә кәңәш ителмәй, 4 – 5 йәштә саҡ ҡына тәмләтә башларға мөмкин. Тик баланың ашҡаҙаны менән проблемаһы булған осраҡта 8 – 9 йәшкә тиклем бирмәҫкә кәңәш ителә.

*Тәүҙә бешерелгәнен генә бирергә мөмкин – “Докторская”, “Молочная” кеүектәрен йә булмаһа махсус балалар өсөн етештерелгәндәрен. Тик аҙнаһына бер тапҡыр ғына.

Фото: letidor.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас