

Мыяуҡайҙарҙы шул тиклем яратабыҙ, хатта уларҙың ниндәй мәшәҡәт тыуҙырыуҙарына ла күҙ йомоп ҡарайбыҙ, арттарынан әллә күпме йыйыштырырға әҙербеҙ, шулай бит? Мәҫәлән, бесәй йөнөн нисек таҙартып бөтөрөргә? Бигерәк тә кейемдәгеһен. Бының өсөн магазинда һатылған кейем таҙарта торған роликты, резина бирсәткә, саң һурҙырғысты файҙаланырға мөмкин. Кейемде йыуынғыс янына яурынсаға элеп ҡуйһаҡ, уңайлыраҡ буласаҡ. Губка алып, уны эҫе һыуға манғас, ныҡ ҡына итеп һығалар. Шунан кейемде өҫтән аҫҡа ҡарай һыпыралар. Бесәй йөнө губкаға эләгеп, йыйылып, өйөлөп барасаҡ. Был ғына ярҙам итмәһә, бүтән ысулдарҙы ла ҡулланырға мөмкин. Латекстан яһалған бирсәткәләр кейегеҙ. Шулай уҡ кейемде һыпырығыҙ. Бесәй йөндәре йәбешәсәк. Резина бирсәткәләр ҙә бара. Саҡ ҡына еүешләһәң, тағы ла һәйбәтерәк булыр.
Һауа шарын ҡулланһаң да ярай. Тын өрөгөҙ ҙә кейем өҫтөнән йөрөтөгөҙ. Шар өҫтөндә барлыҡҡа килгән статик электр күҙгә күренмәгән йөн бөртөктәрен дә йыйып ала. Шарҙы сайҡатығыҙ, ҡылдар бергә йыйыла һәм алыуы еңеләйә.
Махсус ролик йәки скотч менән дә кейемегеҙҙе таҙарта алаһығыҙ.
Фото интернет селтәренән.