+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Файҙалы кәңәштәр
11 Ноября 2021, 04:00

11 ноябрь – Халыҡ-ара электр энергияһын һаҡлау көнө

Көнкүреш техникаһы, гаджеттар, компьютерҙар электр энергияһын күп ашай.

11 ноябрь – Халыҡ-ара электр энергияһын һаҡлау көнө11 ноябрь – Халыҡ-ара электр энергияһын һаҡлау көнө
11 ноябрь – Халыҡ-ара электр энергияһын һаҡлау көнө

Уны һаҡсыл ҡулланыуҙың иң ябай ысулдарын тәҡдим итәбеҙ.

*Кәрәкмәгән уттарҙы һүндерегеҙ. Бүлмәлә кеше булмаһа, бер ҙә юҡҡа ут янмаһын.

*Сәйнүк һәм кер йыуыу машиналарындағы юшҡынды таҙартып тороғоҙ. Туҙан һурҙыртҡыстағы туҙан йыйғысты ла саңды һурған һайын елләтегеҙ, йыуығыҙ.

*Дөйөм ҡулланылыш урындарындағы, урамдағы электр лампаларына хәрәкәткә һиҙгер датчикттар ҡуйылһа, бигерәк тә шәп булыр. Ут үҙе һүнеп,үҙе ҡабынһа, ҡалай һәйбәт.

*Плафон һәм тәҙрәләрҙе йышыраҡ йыуығыҙ, йорт эсе яҡтырыбыраҡ китә.

*Әлеге мәлдә ҡулланылмаған бер генә электр приборын да розеткала ҡалдырмағыҙ. Улар саҡ ҡына булһа ла энергия ашап тора бит.

Фото: snusone.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас