+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Файҙалы кәңәштәр
2 Февраля 2022, 11:50

Бүләк бирә беләһеңме?

 Кемебеҙ генә байрамдарҙы көтөп алмай ҙа, кемебеҙ генә бүләк алырға яратмай икән? Тыуған көн, Яңы йыл, 8 Март, туй, башҡа байрамдар... Сәскәләр, изге теләктәр, матур һүҙҙәр яҙылған открыткалар, бүләктәр. Был тормошта йәшәүебеҙ - үҙе бүләк. Байрам - һинең үҙеңдә, тигән бөйөк яҙыусы Эрнест Хемингуэй.

Бүләк бирә беләһеңме?Бүләк бирә беләһеңме?
Бүләк бирә беләһеңме?

Ниндәй бүләк һәйбәт һуң? Уны кемгә тапшырырға уйлайһығыҙ: атайығыҙға, әсәйегеҙгә, дуҫтарығыҙға, ҡәҙерле кешегеҙгә... Барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Иң мөһиме: бүләгеңде нисек һайлайһың да нисек бирәһең. Тыуған көнгә барырға йыйынаһың икән, ул кешенең зауығын белеү мөһим. Әгәр уҡырға ярата икән, китаптан ҡәҙерлеһе булмаясаҡ. Эш бүләктең хаҡында, ҡиммәтлегендә түгел, ә кәрәклегендә. Дуҫың нимә хаҡында хыялланған. Аралашып торғас, яҡындан белгәс, быны ғына һиҙеүе ҡыйын булмаҫ. Һүҙ араһында ҡасандыр нимә тураһындалыр әйтеп ысҡындырғандыр бит. Бүләктең ниндәйе лә һәйбәт, тиһәләр ҙә, исем өсөн, ҡотлар өсөн генә алған әйберҙең ҡәҙере булмай. Улар, кәрәге юҡлыҡтан, туҙанланып ҡына ятасаҡ. Етмәһә, был бүләкте биргән кешегә ҡарата ла сәйер тойғо ҡаласаҡ.

Бүләк алырға яратмаусылар бармы икән? Әгәр булһа, тимәк, улар бала саҡтарында бүләк алып өйрәнмәгән, ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары яғынан тейешле иғтибар күрмәгән.

Бүләктең төрлөһө була: күптән хыял иткән һәм хыялланырға ла ҡурҡҡан нәмә. Әгәр кешегә иң теләгән әйберен биреп, хыялын тормошҡа ашырһалар, уның киләсәк яҙмышына ла ниндәйҙер йүнәлеш бирәләр. Алдағы юлы уңышлы, ышаныслы була. Сөнки кеше хыялының тормошҡа ашырына, теләгенең ҡабул булырырына ышанып йәшәй. Ә был уңышҡа әйҙәй.

Ә кәрәкмәгән әйбер алыусылар уңайһыҙлыҡ, ҡыйынлыҡ кисерә. Тимәк, хыялдары емерелә.

Бүләк биргәндә лә яҡты йөҙ, яҡшы һүҙ менән йылмайып, бәләкәй генә әйбергә лә ҙур мәғәнә һалып тапшырырға кәрәк. Алған кешенән дә нығыраҡ шатланып тотторһаң, үҙең дә ҙур ҡыуаныс кисерерһең.

Тағы шуны онотмайыҡ: был донъяла һәр кеше - үҙе бер бүләк. Шуға күрә лә үҙебеҙгә үҙебеҙ бүләк яһау ҙа яҙыҡ түгел. Байрам -ул беҙҙең үҙебеҙҙә.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text=%D0%

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас