

Йомортҡа һарыһынан һәм балдан битлек
Сынаяҡҡа бер йомортҡаның һарыһын айырып һалығыҙ ҙа бер нисә тамсы ғына үҫемлек майы (иң яҡшыһы - зәйтүнгөл майы) тамыҙығыҙ. Ҡатнашма бер аҙ ҡуйыра төшкәс, ярты балғалаҡ бал өҫтәп, яҡшылап бутағыҙ. Әгәр шыйығыраҡ булһа, бер аҙ картуф оно һалығыҙ. Ҡатнашманы кискеһен биткә, муйынға, ҡолаҡ тирәһенә һөртөгөҙ. 20 минуттан һалҡынса һыу менән йыуып алығыҙ.