

-Ныҡ туйғансы ашамағыҙ! Әҙләп туҡланыу организмға ял бирә.
-Күңелегеҙгә хуш килгән шөғөл табығыҙ, сөнки эшләмәгәндәр йәштәштәренә ҡарағанда өлкәнерәк күренеүсән.
-Йышыраҡ хәрәкәтләнегеҙ!
-Һөйөү ғүмерҙе оҙайта, күңелһеҙлектән арындыра. Шуға ла йөрәгегеҙ яҡындарығыҙға, яратҡан кешегеҙгә булған һөйөү менән тулы булһын.
-Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ! Һалҡынса бүлмәлә йоҡлау ҙа организм өсөн файҙалы икән.
-Асыу һаҡламағыҙ, кенә ҡыумағыҙ. Үҙ эсенә бикләнеп, күңелдәрендә үпкә йөрөткән кешеләр ауырыуҙарға күберәк дусар була.