+15 °С
Дождь
VKOKTelegram
Файҙалы кәңәштәр
11 Марта 2022, 09:40

Баш ауыртыуынан нисек ҡотолорға?

Баш ауыртыуынан дарыуһыҙ ҙа ҡотолоп була. Нисек тиһегеҙме? 

Баш ауыртыуынан нисек ҡотолорға?Баш ауыртыуынан нисек ҡотолорға?
Баш ауыртыуынан нисек ҡотолорға?

Лимонды ҡабығы менән ҡырғыстан үткәреп, шуның менән сикәләрҙе ыуырға кәрәк.

Сикәләргә, маңлайға, елкәгә ментол майы менән массаж яһау ҙа баш ауыртыуын бөтөрәсәк.

Йәш кәбеҫтә япрағын ауыртҡан урынға һалыу ҙа килешә.

Бөтнөк һалынған бер сынаяҡ йәшел сәй эскәндән һуң ун-ун биш минут үтеүгә, башығыҙ ауыртыуҙан туҡтар.

Был файҙалы кәңәштәрҙе ҡулланып ҡарағыҙ, дуҫтар. 

Фото:https://yandex.ru/images/search?fro

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас