

Финик организмдың төрлө сирҙәргә, инфекцияларға ҡаршы тороу көсөн арттыра. Күҙәнәктәрҙең яңырыу барышын яҡшырта, арыуҙы, асығыуҙы бөтөрә. Уны йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы дарыу булараҡ та ҡулланырға кәңәш итәләр: емештә калий күп. Белгестәр әйтәүенсә, хөрмәлә шулай уҡ яман шештең үҫешен тотҡарлау көсөнә эйә мөһим элементтар бар. Емеш кальцийға ла бай, тимәк, һөйәктәрҙең нығыныуына булышлыҡ итә. Шулай уҡ кешенең күреү һәләтен яҡшырта. Бөгөнгө ғалимдар раҫлауынса, бер хөрмә һәм бер стакан һөт кеше организмының туҡлыҡлы матдәләргә көндәлек ихтияжын тулыһынса тәьмин итә.