+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Файҙалы кәңәштәр
16 Марта 2022, 10:15

Кәйеф күтәрелһен өсөн...

Ҡыйын хәлгә тарып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәндә кәйеф күтәрелһен өсөн ошо кәңәштәргә иғтибар итегеҙ әле:

Кәйеф күтәрелһен өсөн...Кәйеф күтәрелһен өсөн...
Кәйеф күтәрелһен өсөн...

Көс бөтһә, ҡанда шәкәр кәмей. Тәмле итеп баллы сәй эсеп алығыҙ.

Шоколад менән әфлисун да кәйефте күтәрә.

Битарафлыҡҡа бирелмәгеҙ, үҙ-үҙегеҙҙе көсләп булһа ла ниндәйҙер файҙалы шөғөл табығыҙ.

Һыу  бысраҡты ғына түгел, кире йоғонтоно ла йыуа. Ҡулдарығыҙҙы терһәккә тиклем һалҡын  һыу менән йыуыу ҙа күңелегеҙгә еңеллек бирер.

Тәбиғәткә сығыу - ҡайғы-хәсрәтте баҫыуҙа яҡшы дауа.

Кешеләр менән аралашыу, күңелеңде асып һалыу ҙа хәлде еңеләйтә. Яҡын дуҫығыҙ, таяныр кешегеҙ булһа, уй-хистәрегеҙҙе йәшермәгеҙ, һөйләшегеҙ, күңелегеҙҙе бушатығыҙ.

Фото:https://yandex.ru/images/search?tex

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас