+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
25 Март 2022, 15:20

Быны белеү артыҡ булмаҫ

Ябай ғына кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу ҙа кеше организмы өсөн файҙалы икәнен онотмағыҙ! Һеҙгә уларҙың бер нисәүһен тәҡдим итәбеҙ.  

Быны белеү  артыҡ булмаҫ
Быны белеү артыҡ булмаҫ

Көн дә иртән 10-15 минут йәйәү атлауға ваҡыт бүлергә тырышығыҙ. Был кәйефегеҙ күтәрелеүгә булышлыҡ итә.

Иртәнсәк йыуынғанда һәм кис йоҡлар алдынан ауыҙығыҙҙы һалҡын һыу менән сайҡағыҙ. Был нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә.

Һуған, һарымһаҡ һәм кишерҙә фитонцидтар күп. Көн дә аҙ ғына һуған, һарымһаҡ, кишер ашарға өйрәнһәгеҙ, микробтар һеҙгә яҡын да килмәҫ.

Аҙнаға бер тапҡыр тоҙло һыу менән ауыҙҙы сайҡау ҙа теш ҡаҙнаһын нығытырға ярҙам итәсәк.

Фото: https://redsol.ru/wp-content/uploads

 

 

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: