+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
6 Апрель 2022, 11:00

Ағастар ҙа дауа

Хоҙай биргән һәр ағас, үҫемлек әҙәм балаһына изгелек килтерә. Дөрөҫ итеп файҙалана белергә генә кәрәк, улар беҙҙә тәбиғәткә һөйөү ҙә тәрбиәләй.

Ағастар ҙа дауа
Ағастар ҙа дауа

Тиҙҙән сейә, муйыл, ҡарағат һәм башҡа баҡса ағастары, ҡыуаҡтарының кәрәкмәгән ботаҡтарын ҡырҡып, яндыра башлаясаҡбыҙ. Бына ошо ботаҡтарҙы яндырмаһағыҙ ине. Бик ҡарт, суғыртмаҡлы, ҡутырлыларын ваҡлап, ергә күмәһең - сереп, ашлама була. Ә йәшерәктәрен, ваҡлап, киптереп алаһың һәм ҡайнар һыуҙа бешекләп, ваннала, мунсала йыуынаһың, асыҡ һауала ҡойонаһың.

Муйыл емеше, сәскәһе эс киткәндә ярҙам итә, сәскәләрен киптереп алаһың, сәй итеп эсәһең.

Сейә йөрәккә дауа, емеше генә түгел, сыбыҡтары ла файҙалы.

Ҡара ҡарағат - витаминдар ҡаҙнаһы, уның төнәтмәһе менән йыуынаһың, бер сыбығы ла әрәм булмай. Сәйгә һалырға булһа, ваҡ ботаҡтарын ҡайнап торған һыуҙа 1-2 минут тоторға - ҡабығындағы әсеһе сығып бөтә.

Ә уҫаҡ ҡайырыһын, ваҡланған ботаҡтарын бешереп, эренле ваҡ һыҙлауыҡтарҙы дауаланғандар.

Мәғлүмәт "Башҡортостан календары"нан алында.

Фото:https://ura-povara.ru/wp-content/uplo

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: