+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Апрель 2022, 14:20

Алманан - битлек

Алманы кемдәр генә яратмай икән? Ә уның тәмле генә түгел, тире өсөн файҙалы ла булыуын, моғайын, белмәгәнһегеҙҙер әле. Алма ярҙамында ҡоро һәм майлы бит тиреһе өсөн битлектәр ҙә эшләйҙәр, вәт! Бер-икәүһен һеҙгә лә өйрәтәбеҙ.

Алманан - битлек
Алманан - битлек

Ҡоро тире өсөн битлек

Алманы ваҡ ҡырғыста ҡырып, бер аш ҡалағы көнбағыш майы һалып бутарға. Шул ҡатнашманы биткә һылап, 20 минут тоторға ла йылымыс һыу менән йыуып төшөрөргә. Аҙаҡтан битегеҙгә крем һөртөргә онотмағыҙ.

Майлы тире өсөн битлек

Шулай уҡ алманы ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, уға йомортҡа ағы ҡушып бутарға. Биткә һөртөп, 20-30 минут тоторға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуырға.

Фото:https://retsepty-masok.ru/w

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: