+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Апрель 2022, 13:55

Кәйеф - күңел торошо

Кәйеф - ул кешенең күңел торошо. Кәйефең һәр саҡ күтәренке булһа, донъя ла һиңә йылмайыр, тирә-яҡтағылар ҙа һоҡланып ҡарар. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалһаң, кәйефең дә күтәрелер, үҙ-үҙеңә ышанысың да артыр.

Кәйеф - күңел торошо
Кәйеф - күңел торошо

Йылмайығыҙ!

Фәнни тикшеренеүҙәр йылмайыуҙың кешегә тыныслыҡ һәм релакс биреүен дәлилләй.

Ҡыйыу рәүештә комплименттар ҡабул итегеҙ!

Әгәр һеҙгә комплимент яһағандар икән, йылмайығыҙ һәм рәхмәт әйтегеҙ. "Мин быға лайыҡ түгел" тигән һүҙҙәр ысҡындыра күрмәгеҙ. Шулай уҡ эргә-тирәләрегеҙгә лә комплимент яһарға онотмағыҙ.

Кешеләр менән күберәк аралашығыҙ!

Таныш булмаған кешеләр менән берәй ерҙә сиратта баҫып торғанда, йә булмаһа башҡа ерҙә һауа торошо, һуңғы яңылыҡтар тураһында һөйләшеп китегеҙ. Былар шулай уҡ үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра.

Яңылыҡ асығыҙ!

Яңы телдәр, йә булмаһа яңы аш-һыу рецептары өйрәнегеҙ. Был ошо өлкәлә ышанысты ғына арттырып ҡалмаясаҡ, ә ғөмүмән, һеҙгә ҡәнәғәтлек хисе килтерәсәк.

Спорт менән шөғөлләнегеҙ!

Аҙнаға бер тапҡыр ғына спорт менән шөғөлләнһәгеҙ ҙә тәнегеҙҙе ыңғай эмоциялар менән байытасаҡһығыҙ.

Кешеләрҙән көнләшмәгеҙ!

Башҡаларҙың бәхете өсөн дә шатланырға өйрәнегеҙ. Ышанығыҙ: һеҙ үҙегеҙҙе лә бәхетле тоя башлаясаҡһығыҙ.

Фото:https://flywoman.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: