+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һипкелдәрҙән төнәтмә

Бәпембә сәскәһе ағартыу үҙенсәлегенә эйә. Шуға ла унан эшләнгән төнәтмә һипкелдәрҙән ҡотолорға ярҙам итә. Ул ғына ла түгел, шешенгәнде бөтөрә, бит тиреһен тонуслай.

Һипкелдәрҙән төнәтмә
Һипкелдәрҙән төнәтмә

Бер ус бәпембә сәскәһен йыйып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға кәрәк. Төнәтмә һыуынғас, һөҙөргә һәм шешәгә бушатырға.

Мамыҡ тампоны ярҙамында һипкелдәр күберәк булған урындарға иртән һәм кис һөртөп торорға кәрәк. Был төнәтмәне һыуытҡыста боҙ кубиктары итеп туңдырырға һәм шулар менән иртән битте һөртөргә мөмкин. Даими ҡулланғанда һөҙөмтә күренәсәк.

Фото: foto.my.mail.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: