+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үлән битлеге

Яҙ башланыу менән аҙнаһына бер тапҡыр ҡоро үләндәрҙән битлек эшләп ябыу бик файҙалы.

Уның ҡушылмаһы ошолай: 2-шәр ҡалаҡ аҡ сәскә, йүкә сәскәһе, ала миләүшә (лаванда), 1 ҡалаҡ йылан тамыры (шалфей). Барыһын бергә фарфор төйгөстә иҙегеҙ, һуңынан ҡуйы ғына бутҡа рәүешенә еткәнсе ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Бер нисә минутҡа томалап ябып торғандан һуң биткә, муйынға тигеҙ итеп һылап сығығыҙ. Битлек өҫтөнә плёнка, шунан таҫтамал ябып, 20 — 30 минут ятып тороғоҙ. Күҙ ҡабаҡтарына шалфей йәки сәйҙә сылатылған мамыҡ һалығыҙ. Йылы һыу менән йыуып төшөргәндән һуң һалҡын һыу менән сайҡатығыҙ.

Фото: hairtips.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: