+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аллы-гөллө сәскәләрем

Төрлө төҫтәрҙә балҡып, тирә-яҡҡа нурҙар сәсеп ултырған сәскәләрҙе кем генә яратмаһын инде. Тимәк, уларға бәйле кәңәштәребеҙ ҙә артыҡ булмаҫ, моғайын.

Аллы-гөллө сәскәләрем
Аллы-гөллө сәскәләрем

Астра, ләлә, флокс, пион - ҡояш, йылы яратҡандар иҫәбендә. Улар саҡ ҡына ҡараңғыраҡ урында ла һәләк була. 

Ирис менән миләүшәләр ҙә ҡояш ярата. Әммә алда билдәләп үтелгән сәскәләрҙән айырмалы, был категорияға ҡараған сәскәләр көндөң бер өлөшөндә генә төшкән күләгәгә әллә ни иғтибар бирмәй. Шуға ирис һәм миләүшәләрҙе биналарға яҡын ғына ултыртырға ла мөмкин.

Астра, умырзая, мәк һәм хризантема үҙҙәренә артыҡ иғтибар талап итмәй, улар минераль ашламалар аҙ ғына булған ерҙә лә үҫә ала. Уның ҡарауы, лилиә, ынйы һәм пион үҫкән ерҙе даимиашлап торорға, тәрбиәләргә кәрәк.

Фото:teplitsa.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: