+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
25 Июнь 2022, 14:40

Әгәр серәкәй тешләһә...

Ғәҙәттә, серәкәй тешләгән урын ҡысытып бер була. Бигерәк тә балалар тырнанып ыҙалана. Бына шул саҡта был файҙалы кәңәштәр ярап ҡалыр.

Әгәр серәкәй тешләһә...
Әгәр серәкәй тешләһә...

Сәй ағасы майы, бал, һөтлө һыу, лимон һуты, ала миләүшә майы... Был тәбиғи дауа, ысынлап та, йәйгеһен серәкәй менән көрәштә ярҙам итә.

Сәй ағасы майы
Ҡысытҡан урынды тынысландыра, шеште һәм һыҙланыуҙы баҫа. Шулай уҡ антибактериаль эффектҡа эйә, артабан боҙолоуға юл ҡуймай. 

Бал 
Бал шешеүгә ҡаршы сара булып тора һәм ҡысытыуҙы баҫа.

 Һөт һәм һыу 
Һөт менән һыуҙы бер үк кимәлдә ҡушып болғатығыҙ ҙа сепрәкте йә мамыҡты манып алып, ҡысып торған урынға һөртөгөҙ. Тынысланып ҡалыр. 

Лимон һуты 
Ҡысыған урынды баҫыр, шулай уҡ антибактериаль эффектҡа эйә.

Ала миләүшә (лаванда) майы 
Был майҙы серәкәй тешләгән урынға тамыҙығыҙ. Ул сағында тырнап, шештермәҫһегеҙ. 

Бөтнөклө теш пастаһы 
Теш пасталары составында ментол бар. Ул һалҡын кеүек тәьҫир итер һәм ҡысыу баҫылып торғандай тойолор.

Базилик
Базилик япраҡтарында һалҡынлыҡ тәьҫирен уятҡан химик матдәләр бар. Бер нисә япраҡты иҙеп, серәкәй тешләгән урынға баҫығыҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Йәй шатлыҡлы мәлдәр менән генә иҫтә ҡалырлыҡ булһын! 

Сығанаҡ: vk.com

Фотоkipmu.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: