+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Июль 2022, 13:35

Һин дә "Кока-кола" яратаһыңмы?

Тышта шул тиклем эҫе булғас, һыу, төрлө газлы эсемлектәр күпләп эселә. Йәйен, ғөмүмән, газлы эсемлектәр һатыу ҡырҡа арта. Күптәр, бигерәк тә йәштәр, үҫмерҙәр "маҡтаулы", бер туҡтауһыҙ рекламаланған "шәп" "Кока-кола"ны ҡулай күрә. Әммә уның һаулыҡ өсөн ҡот осҡос зыянлы булыуын уйлап та ҡарамайҙар. 

Һин дә "Кока-кола" яратаһыңмы?
Һин дә "Кока-кола" яратаһыңмы?

Бындай газлы эсемлектәрҙәге актив матдә - фосфор кислотаһы дүрт көндә хатта тырнаҡты ла иретергә һәләтле икән. Ә беҙ шуны кинәнеп эсәбеҙ, балаларыбыҙға һатып алып "ҡыуанабыҙ", имеш...

Зәһәрлеге арҡаһында, "Кока-кола"ны хужалыҡта бөтөнләй башҡа маҡсаттарҙа ҡулланырға мөмкин. Шулай йәйен автомобиль тәҙрәһенә ләпәк йәбешә, бысратып йонсота. Ә уны "Кока-кола" менән анһат ҡына йыуып төшөрөп була. Автомобилдең хромланған бамперындағы таптарҙы бөтөрөү өсөн "Кола" сылатылған сәй ҡурғашы - фольга менән һөртәләр. Тутыҡтан ҡотолоу өсөн дә "Кола" ағыҙып ышҡырға кәрәк.

Был эсемлек биҙәнеү әйберҙәрен, алтын-көмөштө, ҡалаҡ-сәнскене лә һәйбәт таҙарта. Бының өсөн уларҙы бер тәүлек "Кола" һалынған һауытта тоталар.

Кейемдәге тап бөтмәһә, кер йыуыу онтағына "Кола" ҡушалар.

Раковина, унитаз тығылһа, унда бер шешә "Кола" ағыҙып, бөр сәғәт тотоу ҙа етә.

Бына шундай "хикмәтле" ул "Кока-кола".

 

Сығанаҡ: "Башҡортостан календары"

Фото: express.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: