+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
27 Июль 2022, 13:15

Ҡарбузды нисек һайларға?

Ҡарбуздың күпләп һатыуға сыҡҡан мәле. Тик ҡайһы саҡ ул йә өлгөрмәгән, йә иһә татһыҙ булып сыға. Һутлы ҡарбузды һайларға ярҙам итәсәк бер нисә кәңәш бирәйек әле.

Ҡарбузды нисек һайларға?
Ҡарбузды нисек һайларға?
Иң беренсе сиратта, ҡарбузды бөтөн яҡтан иғтибар менән тикшереп, тотоп ҡарарға кәрәк – ҡарбуз тышында микробтар һәм бактериялар үтерлек бер ниндәй ҙә сатнаған, йәмшәйгән, сыйылған, ярыҡ һәм башҡа боҙолған урындар булырға тейеш түгел.
Сағыу һәм төҫлө һыҙыҡтар ҡарбуздың өлгөргәнлеге сифаты булып тора.
Әгәр ҙә ҡарбуз тышын бармаҡ менән һөртөп ҡарағанда яңы бесән еҫе сыҡһа, ул әле бешмәгән тигәнде аңлата.
Ҡарбуз ҡойроғо кипкән булырға тейеш, сөнки ҡарбуз өлгөргәс, ерҙән дым алыуҙы туҡтата һәм кибә. Әгәр ҡойроғо йәшел икән, тимәк уны бешмәҫ борон өҙөп алғандар.
Бешкән ҡарбузға һуғып ҡараһаң, ул асыҡ һәм яңғырауыҡлы тауыш, ә бешмәгән емеш тоноҡ тауыш бирә.
Ҡарбуздың ергә тейеп ятҡан яғын ҡарау мөһим, уны емештең “сикәһе” тип атайҙар, ул ныҡ һары йәки ҡыҙғылт-һары төҫтә була. Ныҡ асыҡ, ҙур һәм тигеҙ итеп буялған “сикә”, ҡарбуздың баҡсала тейешле кимәлдә ятмауын белдерә.
Бынан тыш, Росстандарт белгестәре ҡарбузды яҡшылап йыуырға, уны тышына тиклем ашамаҫҡа һәм ҡырҡылған ҡарбуздарҙы алмаҫҡа тәҡдим итә.
Ҡарбузығыҙ тәмле булһын!
 
Сығанаҡ: ejansura.r
Фото: panfermer.com
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: