+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
18 Август 2022, 11:10

Балды нисек һайларға?

Бал һайлағанда түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, отолмаҫһығыҙ.

Балды нисек һайларға?
Балды нисек һайларға?

Беренсе ысул: ҡағыҙға бер тамсы бал тамыҙырға, химик ҡәләм осон шул тамсыға тейҙергәндән һуң балда ҡәләм төҫө ҡалырға тейеш түгел. Бал буялһа, тимәк һыу өҫтәлгән.

Икенсеһе: яҡшы бал ҡалаҡтан өҙөлмәйсә, һуҙылып тамырға тейеш, ә шәрбәт ҡушылғаны иһә һыу тамсыһы кеүек тама.

Тағын бер ысул: бер ҡалаҡ балды һыуҙа болғатығыҙ, әгәр һауыт төбөндә ҡара төйөрҙәр барлыҡҡа килһә, ул – бик үк яҡшы сифатҡа эйә булмаған бал.

«Дөрөҫ» бал ҡышын шәкәрләнә, ләкин бер төрлө ҡатнашма хәлендә була, ә ҡатламдарға айырылмай.

Әгәр бал оҙаҡ ваҡыт шыйыҡ килеш ҡалһа йәки асыҡ айырылып тороусы ике өлөшкә бүленһә, тимәк, ул яһалма. Күтәрелгән күбек балдың өлгөрөп етмәгәнлеге тураһында һөйләй, уны тейешле ваҡытынан алда һыуыртҡандар.   Сығанаҡ: balkantau.ru Фото: grandgames.net

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: