+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
20 Август 2022, 16:15

Матурлыҡ ҡул аҫтында

Шыйыҡ балсыҡтан яһалған битлек, биттәге артыҡ майҙарҙы кәметеүҙән тыш, ваҡ һытҡыларҙан, серәкәй һәм башҡа бөжәктәр тешләгәндән ҡалған урындарҙан ҡотолорға ярҙам итә. 

Матурлыҡ ҡул аҫтында
Матурлыҡ ҡул аҫтында

Бер тауыҡ йомортҡаһын күбекләндергәнсе туғығыҙ ҙа уға 2 аш ҡалағы һыу һәм 1 аш ҡалағы лимон һуты ҡушып бутағыҙ. Сәс төптәренә шул ҡушылманы һөртөргә лә 15 минуттан һуң ғына йылы һыуҙа йыуырға. 

Сәсте йыуғандан һуң минераль һыу менән сайҡаһағыҙ, сәстәрегеҙ ялтырап, төҫтәре асылып китер.

Иртә-кисен сәс араларына бармаҡтарығыҙҙы тығып, сәсте тараған һымаҡ хәрәкәттәр яһағыҙ. Махсус щетка ла ҡулланырға була. Сәс һәм баш өсөн массаж ысулдарын өйрәнегеҙ һәм ҡулланығыҙ.

Һарымһаҡ сәсте үҫтерә. Бер нисә һарымһаҡ бүлендеһен ваҡлап, әҙ генә йылымыс һыу менән бутарға ла, барлыҡҡа килгән бутҡаны сәс төптәренә һылап, 15-20 минут башты таҫтамал менән урап йөрөргә. Һуңынан сәсте йыуып сайҡатырға.

Сығанаҡ: "Башҡортостан календары"нан.

Фото: duoi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: