-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
22 Август 2022, 13:10

Ҡыярҙан — битлек

Баҡсала үҫкән барлыҡ йәшел үләндәр, йәшелсәләр, еләк-емештәр  — барыһы ла бай  минерал сығанағы. Мәҫәлән, ҡыяр биттәге яраны баҫа, шеште бөтөрә, дымландыра, сафландыра.

Ҡыярҙан  — битлек
Ҡыярҙан — битлек

Унан битлек эшләү өсөн 1 аш ҡалағы эремсекте 1 балғалаҡ үҫемлек майы менән бергә бутарға кәрәк. Килеп сыҡҡан иҙмәне ҡыяр киҫәгенә һылап, күҙ бәбәгенә һалабыҙ. Ҡул менән бер аҙ баҫтырып алабыҙ. 20 минуттан һуң йыуып төшөрәбеҙ. Күҙ тирәһендәге тире сафланып ҡалыр.

 

Сығанаҡ: hakmar.ru

Фото: stock.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: