+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Август 2022, 12:40

Сәс ҡуйы булып үҫһен өсөн...

Был мөғжизәле эликсирҙы әҙерләү өсөн ярты стакан кефир, 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ какао кәрәк була.

Сәс ҡуйы булып үҫһен өсөн...
Сәс ҡуйы булып үҫһен өсөн...

Барыһын бергә ҡушып яҡшылап бутайбыҙ ҙа, сәсебеҙгә һылайбыҙ. Бер аҙ кипкәс, йәнә өҫтәп һылайбыҙ. Ошолай бар әҙерләп алған маска бөткәнсе ҡабат-ҡабат һылайбыҙ. Хәҙер инде башты тәүҙә пленка, унан таҫтамал менән уратып ҡуябыҙ.

20-25 минут ваҡыт үтеп киттеме? Башты шампунь менән йыуып, кесерткән төнәтмәһе менән сайҡатабыҙ.

Ошолай аҙнаһына 2-3 тапҡыр маска эшләгәндә таҡыр урынға сәс үҫер, һынығып торған сәстәр терелеп китер! Әгәр инде сәсегеҙ былай ҙа матур булһа, ул йәнә лә ҡуйыраҡ булып үҫер.

Тик шуныһы: әгәр һеҙҙең сәсегеҙ һары йә аҡ төҫтәрәк булһа, был масканан баш тартығыҙ! Юғиһә ул бер аҙ буялыр.

Сәсегеҙ һеҙҙең ғорурлыҡ булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: