+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
25 Август 2022, 13:30

Быларҙы белеү мөһим!

Беренсе синыфҡа уҡырға барасаҡ баланың ата-әсәһенә 10 кәңәш:

1. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, мәктәпте һеҙ үҙегеҙ өсөн түгел, ә балағыҙ өсөн һайлайһығыҙ. Шуның өсөн уның уҡыуын ауырлаштырған бөтә осраҡтарҙы ла күҙ уңында тотоу мотлаҡ кәрәк.

2. Мәктәп менән, ундағы уҡыу шарттары һәм уҡытыусылар менән мотлаҡ рәүештә алдан таныштырығыҙ.

3. Балағыҙҙың ниндәй программа буйынса уҡыясағын, аҙнаһына нисә дәрес буласағын, өҫтәлмә дәрестәр буламы, юҡмы, белешегеҙ.

4. Дәрестәр ҡасан башланып, ҡасан бөтәсәген белешегеҙ. Балаға юлға күпме ваҡыт китәсәген һанап сығарығыҙ. Иртәнге әҙерлеккә һәм ашҡа киткән ваҡытты иҫәпкә алып, баланың иртәнге тороу ваҡытын билдәләгеҙ.

5. Балағыҙҙы уҡытасаҡ уҡытыусы менән осрашып һөйләшегеҙ. Ул һеҙҙең балағыҙҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырмы, юҡмы, уйлағыҙ.

6. Бала мәктәптән ҡасан ҡайтасаҡ. Был һеҙгә уның өҫтәлмә дәрестәргә йөрөтөү проблемаһын хәл итеүҙә кәрәк буласаҡ.

7. Өйҙә балаға уҡыу мөйөшө әҙерләгеҙ.

8. Баланы тик уңыштар менән генә ышандырмағыҙ, шулай уҡ уңышһыҙлыҡтар менән дә ҡурҡытмағыҙ.

9. Мәктәп тормошона ҡулайлашыу, өйрәнеп китеү ябай процесс түгел һәм тиҙ генә үтеп китеп булмай. Беренсе айҙар - иң ауырҙарҙан һанала. Әгәр ошо ваҡытта бала янында ололарҙан кемдер берәү уның эргәһендә булһа, ул мәктәпкә тиҙерәк өйрәнер.

10. Баланың беренсе уңышһыҙлыҡтарынан  үҙегеҙҙең бөтә булған өмөттәрегеҙҙең емерелеүе итеп ҡарамағыҙ. Һәр саҡ хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: балаға һеҙҙән уға ҡарата булған ышаныс, кәрәкле аҡыллы ярҙам һәм ваҡытында ҡул һуҙыу кәрәк.

 

Сығанаҡ: nsportal.ru

Фото: weekendo.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: