+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
8 Сентябрь 2022, 11:10

Йәш баҡсасыға

Сентябрь айында башҡа айҙарға ҡарағанда баҡсала эш тә артып китә. Иртә өлгөргән уңыш емештәрен йыйып алырға, бушап ҡал­ған ерҙе эшкәртергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҫеп ултырған йәшелсә, емеште лә хәстәрләү кәрәк. Өҫтәүенә, йыйып алынған уңышты ваҡытында ҡышҡылыҡҡа әҙерләү мөһим.

Йәш баҡсасыға
Йәш баҡсасыға

Кишер менән сөгөлдөр үтә тығыҙ ултыртылһа, ваҡ үҫентеләрен йолҡоп ташлағыҙ.
* * *
Помидорҙарҙың артыҡ ботаҡтарын өҙөп ташлағыҙ. Шулай уҡ йәшелсәнең һабаҡ остарын да киҫергә кәрәк.
* * *
Кипкән сәскәләрҙе киҫеп алығыҙ. Сәскәһен аҫҡа ҡаратып, ҡараңғы, яҡшы елләтелгән урынға элеп ҡуйығыҙ.
* * *
Ҡыуаҡтарҙың төбөндәге, рәт араларындағы сүп үләндәрен йолҡоғоҙ.
* * *
Ағас-ҡыуаҡтарҙың ҡороған, ауырыу, зарарлан­ған ботаҡтарын киҫегеҙ.
* * *
Бер йыллыҡ сәскәләрҙең орлоғон киптерегеҙ ҙә исемдәрен яҙып, моҡсайҙарға һалып ҡуйығыҙ.
* * *
Сәскәләрҙе ашлағыҙ. Ике грамм бор кислотаһын башта бер стакан эҫе һыуға һалырға, унан һуң был ҡатнашмаға тағы ла 10 литр һыу ҡушырға. Сәскәләрҙең төбөн тупраҡ менән ныҡлы күмергә кәрәк. Ошо ысул һалҡындан һаҡлар.
* * *
Бүлмә гөлдәренә иғтибар бүлегеҙ. Әле уларҙы ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултыртырға мөмкин. Бик тә булмаһа, тупраҡтың өҫкө ҡатын алмаштырығыҙ. Тиҙҙән бүлмә гөлдәренең күбеһе йоҡоға таласаҡ, аҙаҡ уларҙы борсорға ярамай.

 

Фото: lskprofi.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: