+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Файҙалы кәңәштәр
21 Октября 2022, 07:00

Хужабикәләргә кәңәштәр

Ҡыҙҙырылған картуф кетерләп торһон өсөн тоҙҙо әҙер булыр алдынан һибеү яҡшыраҡ.

  • Иҙелгән картуфҡа ҡайнар һөт һалыу яҡшыраҡ. Һалҡын һөттән картуфтың төҫө йәмһеҙләнә.
  • Һөт ҡайната торған һауыттың ситтәрен майлаһаң, һөт ташмай.
  • Тоҙ, сей картуф йәки алма янында икмәк оҙағыраҡ һаҡлана.
  • Быяла шешәгә ҡайнар һыу һалғанда аҫтына таҡта ҡуйығыҙ. Ағас ҡыҙыулыҡты үҙенә ала һәм шешәне шартлауҙан һаҡлай.
  • Һыуытҡыстан насар еҫ килһә, һәр кәштәгә ҡара икмәк телемдәрен һалып сығығыҙ.
  • Лавр япраҡтарын бешергән ризыҡҡа һалыр алдынан бер-береһенә ышҡыһаң, нығыраҡ хуш еҫ бирә.

 

Сығанаҡ: salauat.ru

 

Фото: yu.com.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас