+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
14 Ғинуар 2023, 11:45

Киптерелгән емештәр бик файҙалы

Абрикос (күрәгә) йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн файҙалы. Күрәгәлә калий һәм антиоксиданттар күп, шуға күрә ул зарарлы холестерин кимәлен кәметеүгә һәләтле.

Киптерелгән емештәр бик файҙалы
Киптерелгән емештәр бик файҙалы
Киптерелгән ананас калий, магний, тимер, цинк, В төркөмө витаминдары сығанағы буkып тора. Тәндең шешенеүен бөтөрә, көс бирә, кәйефте күтәрә.
Банандың калийға бай икәнен күптәр беләлер. Ул йөрәк, бауыр, мейе, һөйәктәр, тештәр, шулай ҙа иң нығы – мускулдар өсөн кәрәк. Банан – кәйеф күтәреүгә, бәхетле булыу тойғоһо кисерергә булышлыҡ иткән серотонин сығанағы ла. Уның был файҙалы сифаттары киптерелгән вариантында ла яҡшы һаҡлана.
Виноград та (йөҙөм) – бик файҙалы емеш, айырыуса асыҡ төҫтәрҙәгеһе яҡшы, сөнки ундай сорттары калийға, фосфорға байыраҡ. Шәкәр диабеты булғандар сама белеп ҡулланырға тейеш.
Кипкән сейә иғтибарҙы арттырыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ уның составындағы матдәләр никотинға бәйлелекте юҡҡа сығарыуға, йәғни тәмәке ташларға ярҙам итә.
Киви С витаминына бай, был йәһәттән ул хатта цитрус емештәрҙе лә уҙып китә. Ҡан тамырҙарын нығыта, эс ҡатыуҙан ярҙам итә.
Кипкән еләк үҙенең файҙалы сифаттарын ике йыл дауамында һаҡлай ала. Ундағы пектин кислоталары организмды шлактарҙан таҙарта. Бындай еләк бигерәк тә вируслы сирҙәр таралған мәлдә – яҙлы-көҙлө файҙалы.
Финиктың составында ацетипсалил кислотаһына (аспиринға) яҡын берләшмәләр бар, шуға күрә уны киҙеү осоронда даими ашарға кәңәш итәләр. Шулай уҡ емеш сәс һәм тырнаҡтар ныҡлығын тәьмин иткән В5 провитаминына бай.
Ҡара емеш ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре, аш эшкәртеүгә бәйле проблемалар булғанда ярҙамға килә. Аҙ ҡанлылыҡ һәм авитаминоз ваҡытында ла файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.
Кипкән алма витаминдарға һәм минералдарға бай, аш эшкәртеү процесын көйләй. Ғәҙәттә, ашҡаҙан сей яраһы менән ыҙалаған кешеләр алма ашай алмай, был осраҡта емештең кипкән йәки мейестә бешерелгән төрөн тәҡдим итәләр.
 
Сығанаҡ һәм фото: toratau.ru
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: