Беҙгә кәрәк буласаҡ: бер балғалаҡ яңы һығылған лимон һуты, ике ҡалаҡ ҡырылған картуф, ярты балғалаҡ ҡаймаҡ йә йогурт, йә үҫемлек майы.
Бөтә ингредиенттарҙы бергә яҡшылап бутайбыҙ. Әҙер массаны таҙартылған бит, муйынға һеңдереп һылайбыҙ ҙа 20 минут тотабыҙ. Унан битлекте таҙа һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. Өс көн рәттән ошолай эшләү яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Аҙаҡ инде уны ай буйы аҙнаһына бер ҡулланыу ҙа етә. Тик табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Сығанаҡ һәм фото: dairagazite.ru