+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
23 Март 2023, 15:30

Әгәр һипкелдәр йонсотһа...

Яҙғы ҡояш нурҙарын һипкән һайын ҡайһы берәүҙәрҙең битен һипкелдәр баҫа. Һипкелле - һөйкөмлө тиһәләр ҙә күптәргә был оҡшап етмәй, уларҙы нисек тә юҡ итеү хаҡында хыялланалар. Һипкелдәрҙән бөтөнләйгә ҡотолоп булмай, әммә төҫһөҙләндереп, ағартыу саралары бар. Бер нисәүһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Ҙур булмаған 1 картуфты ҡырып, 1 ҡалаҡ миндаль көрпәһе, 3 - 4 ҡалаҡ әсегән һөт, 1 балғалаҡ үҫемлек майы өҫтәргә һәм биткә һөртөргә кәрәк. Битлекте 20 минуттан һалҡын һыу менән йыуып төшөрөргә, һуңынан бит тиреһенә ярашлы кершән (крем) һылап ҡуйырға була.

Һипкелдәргә лимон һутын даими һөртөп торһаң, бит тиреһе ағара.

Водород перекисы ярҙамы менән дә һипкелдәрҙән ҡотолорға була. Бының өсөн ике аш ҡалағы 3 процентлы водород перекисын бер балғалаҡ крахмал менән бутап, биткә буярға. Кипкәс уны лимон һуты һалынған һыу менән йыуып алырға кәрәк.

Миксерҙа ваҡланған бер балғалаҡ геркулесҡа 1 - 2 тамсы көнбағыш майы, ҡайнар һыу өҫтәп, биткә һөртөргә лә ярты сәғәттән һуң йылымыс һыу менән йыуып төшөрөргә кәңәш ителә.

Иртән һәм кисен ҡаты сәй һөртһәң, һипкелдәр ныҡ күҙгә ташланып тормаҫ. Шулай уҡ әсегән һөт һөртөү ҙә файҙа бирә.

 

Фото: kartinkin.net

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: