Бүлмә һалҡынса булһа, яҡшыраҡ. Әммә һеҙ өшөп ятырға ла тейеш түгелһегеҙ, шуға күрә йылыраҡ юрған ябынһағыҙ, һәйбәтерәк булыр.
Көн һайын бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға күнегегеҙ.
Йоҡларға ятыр алдынан саф һауала йөрөргә һәм йылы душ ҡойонорға кәңәш ителә.
Йоҡларға ятыр алдынан төрлө мәшәҡәттәр тураһында уйламаҫҡа тырышығыҙ.Берәй ниндәй китап уҡырға, гәзит-журналдар ҡарарға мөмкин.
Урын-ер уңайлы булырға тейеш.
Төндә йоҡлай алмаған осраҡта ҡайһы ваҡыт көндөҙ бик ныҡ йоҡо килә башлай. Баҫҡан йәки ултырған килеш тә ойоп китә яҙған осраҡтар күптәргә таныштыр. Көндөҙ бик йоҡо килгәндә табиптар 10-15 минут булһа ла ятып алырға кәңәш итә. Төш ваҡытындағы 10 минутлыҡ йоҡо төнө буйы йоҡлағанға ҡарағанда файҙалыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк булырға мөмкин.
Сығанаҡ: "Иң шәп" календарынан алынды.
Фото: ngenix.net/m