-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Апрель 2023, 15:40

Матурлыҡ витамины

Е витаминын икенсе төрлө – матурлыҡ витамины, тиҙәр. Һәм ысынлап та ул косметологияла киң ҡулланыла. Шулай итеп, дарыухананан алған майлы Е витамины менән матурлыҡты һәм йәшлекте оҙайтып була.

Матурлыҡ витамины
Матурлыҡ витамины

- Битегеҙҙәге косметиканы йыуғас, Е витаминын күҙ тирәһенә һөртөп ҡуйығыҙ. Ул йыйырсыҡтарҙы тигеҙләр. Уларҙы булдырмауға булышлыҡ итер.

- Әгәр сәстәрегеҙ һынһа, осо икеләнһә, остарына Е витамины һөртөгөҙ. Быны таҙа сәскә эшләйбеҙ һәм йыумайбыҙ.

- Ҡулығыҙға һөртөгөҙ. Ике тамсы Е витамины ҡулығыҙҙың тиреһен йомшартып, матурлап ебәрер.

- Ҡашығыҙға һәм керпектәрегеҙгә һөртөгөҙ. Был уларҙың матурланыуына, үҫеүенә булышлыҡ итер.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: