Бының өсөн йыуыныу бүлмәһендә йәтеш кенә банкала һоло йәйпәге (хлопья) тотоғоҙ. Күҙ алдында күренеп ултырһа, даими рәүештә ҡулланыуға уңайлы.
Бер балғалаҡ самаһы һоло йәйпәген усығыҙға йомоп, саҡ ҡына һыу менән сылатығыҙ ҙа иҙеп йомшартығыҙ. Аҡһыл һут бүленеп сыҡһа, скраб әҙер. Ошо масса менән битегеҙҙе йомшаҡ ҡына итеп ыуығыҙ. Бер-ике минуттан бит кибә башлай. Иҙелмәйенсә йөҙөгөҙгә йәбешкән һоло йәйпәген еңелсә массаж хәрәкәттәре яһап төшөрөгөҙ. 10-15 минут самаһы башҡа эш менән булышырға мөмкин. Ошо ваҡыттан һуң йылымыс һыу менән битегеҙҙе йыуығыҙ. Теләк булғанда скрабты муйынға ла һөртөргә мөмкин.
Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru