0 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Сирень сәскәһен йыйып ҡалырға онотмағыҙ!

Сирень сәскәһе эфир майҙарына, фарнезол, фенолгликозид, сирингин кеүек матдәләргә, ә япрағы һәм бөрөләре флавоноидтарға, аскорбин кислотаһына, сайырға, фитонцидтарға һәм дуплау матдәләренә бай. Халыҡ медицинаһы ҡыуаҡтың сәскәһенән, бөрөһөнән һәм япраҡтарынан шифалы төнәтмәләр әҙерләргә кәңәш итә.

Сирень сәскәһен йыйып ҡалырға онотмағыҙ!
Сирень сәскәһен йыйып ҡалырға онотмағыҙ!

Сирень сәскәһе - ата башлаған сағында, ә япрағы йәйҙең тәүге яртыһында (ҡоро көндә) әҙерләнә. Улар күләгәлә һәм ҡоро урында йоҡа итеп йәйеп, йыш әйләндереп киптерелә. Ғәҙәттәгесә һаҡлана.

Халыҡ медицинаһында сирень сәскәһенән (йәки япрағынан) әҙерләнгән төнәтмәне бөйөр шешкәндә, бөйөр ташы барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла. Дауаны әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған сәскәне (япраҡты) 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 4 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Был дауаны тапма ауырыуынан (маляриянан) да эсергә кәңәш ителә.

Сирень сәскәһенән яһалған дарыу майын дарыуханаларҙан эҙләп табырмын тимә, шуға күрә күптәр уны үҙҙәре әҙерләүҙе хуп күрә. Бының өсөн 1 литр банканы сирень сәскәһе менән тултырырға кәрәк. Артабан шыйыҡ майҙы 40 градусҡа тиклем йылытырға һәм сәскәнең өҫтөнә ҡойорға. Банканы яҡшылап ҡапҡас менән ябып, ике көн ултыртырға. Аҙаҡ марля аша уны һөҙөп, тик майҙы ғына ҡалдырырға кәрәк. Тағы ла майҙы ҡайнатырға һәм яңы сирень сәскәләрен өҫтәп һалырға. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағанда, хуш еҫле һәм шифалы сирень майы килеп сығасаҡ.

Бронхит, ангина, грипп кеүек сирҙәр менән дауаланғанда сирень сәскәһенең майы бигерәк тә файҙалы. Уны ингаляция эшләгәндә лә ҡулланалар. Майҙың бер нисә тамсыһын үҙегеҙ ҡулланған крем, шампунь, лосьонға тамыҙып ебәргәндә, тирә-яғығыҙға хуш еҫтәр таралып китер. Уның менән һыҙлаған урынды ыуыу ҙа ярҙам итәсәк.

 

Сығанаҡ: hakmar.ru

Фото: dachnikov.com

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: