Һеҙгә ҡатырға һәм пластилин кәрәк булыр. Теләгән йәнлек йә ҡош һынын ҡырҡабыҙ, өҫтөнә пластилин һылайбыҙ. Һут көпшәһен ошо пластилин төҫө менән бер иш алһағыҙ, матурыраҡ килеп сыға. Уны ярты сантиметр һайын ҡырҡабыҙ. Инде деталдәрҙе пластилинға батырып ҡуйып сығырға ҡала. Һүрәттәрҙә һеҙ баш ҡалалағы “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр ял үҙәгендә шөғөлләнеүсе бәләкәстәр тыуҙырған матурлыҡты күрәһегеҙ.