-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Файҙалы кәңәштәр

Күп кенә баҡсасылар  помидор үҫтереүселәргә  йод ҡушылмаһын тәҡдим итә. Уны ҡасан һәм нисек дөрөҫ ҡулланырға?

Файҙалы кәңәштәр
Файҙалы кәңәштәр

Йод ҡушылмаһы, ысынлап  та, помидор үҫентеләрендәге күп кенә ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеү өсөн файҙаһы бик ҙур. Мәҫәлән:  10 литр һыуға – 10 тамсы йод, бер литр эремсек һыуы (йәки әсегән һөт) һәм ярты балғалаҡ бор кислотаһы өҫтәп ҡушалар. Барыһын бергә ҡушып, помидор үҫентеләренә һибәләр.

Был ысулды ҡулланһаң, помидор уңышы мул буласаҡ. Уларҙа фитофтора ауырыуы булмаясаҡ. Йод ҡушылмаһын файҙаланһағыҙ, помидор үҫентеләре сәскә атҡас ҡына һибергә кәрәк. Бер-ике аҙнанан был  ысулды  яңынан ҡабатлағыҙ.

Ғөмүмән, 4–5 тапҡыр һибергә кирәк. Йод ҡушылмаһын шулай уҡ ҡыяр йәшелсәһен үҫтергәндә лә ҡулланырға мөмкин.

 

Фото һәм сығанаҡ: “1001 КИҢӘШ”.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: