-1 °С
Облачно
VKOKМакс

Баҡсалағы кебләнән ҡотолоу юлын беләһегеҙме?

Кеблә (тля) баҡсалағы бар уңышты юҡҡа сығарыу көсөнә эйә. Һеҙ, дуҫтар, уларҙан ҡотолоу юлын беләһегеҙме?

Добавить в предпочтительные источники Google
Баҡсалағы кебләнән ҡотолоу юлын беләһегеҙме?Баҡсалағы кебләнән ҡотолоу юлын беләһегеҙме?
Баҡсалағы кебләнән ҡотолоу юлын беләһегеҙме?

10 литр һыуға 2 ҡалаҡ нишатыр спирты һәм 1 ҡалаҡ кер йыуыу порошогы һалына. Ошо шыйыҡсаны кеблә төшкән үҫемлектәргә һиптереп сығығыҙ.

Спиртлы эсемлек, кока-коланы пульверизатор менән һиптереп сығыу ҙа кебләне юҡ итергә ярҙам итә.

200-300 грамм көлгә 5 литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ ҙа һыуынғас, һөҙөп алып, 20 грамм кер һабынын ҡушып болғатығыҙ. Был шыйыҡсаны кеблә төшкән үҫемлектәргә һиптереп сығыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә.

Мәғлүмәт һәм фото: hakmar.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас